Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
3 Июнь 2023, 15:20

Башҡортостанда ҡала үҙәгенең туристик кодын проектлауға субсидиялар алыу тәртибе раҫланды

Башҡортостан Хөкүмәте «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы»  милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ҡаланың туристик үҙәген проектлау буйынса программаларға дәүләт ярҙамы күрһәтеү өсөн муниципалитеттарға республика бюджетынан субсидиялар биреү тәртибен раҫланы. Документ Башҡортостандың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Башҡортостанда ҡала үҙәгенең туристик кодын проектлауға субсидиялар алыу тәртибе раҫланды
Башҡортостанда ҡала үҙәгенең туристик кодын проектлауға субсидиялар алыу тәртибе раҫланды

"Муниципаль берәмектәр бюджеттарына субсидиялар биреүҙең маҡсаты - туристар өсөн уңайлы мөхит булдырыу өсөн ҡала үҙәгенең туристик коды проектын тормошҡа ашырыу", - тиелә Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарында. Муниципаль берәмектең сығым йөкләмәһен республика бюджетынан берлектә финанслауҙың сик кимәле муниципаль берәмектең сығым йөкләмәһен үтәү өсөн кәрәкле сығым күләменең 99,1 процентынан артмай. Муниципаль берәмектең проектты тормошҡа ашырыу ваҡыты - субсидия бирелгән йылдың 15 декабренә тиклем.

Республика Хөкүмәте ҡарарының тулы тексы менән бында танышырға мөмкин. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» (национальный проект “Туризм и индустрия гостеприимства”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы тормошҡа ашырыла.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: