

Өфөлә "Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" (национальный проект "Безопасные качественные дороги") милли проекты сиктәрендә Зинин ауылы эргәһендәге юл айырсаһы 50 процентҡа әҙер. Был объектта эш барышын Башҡортостан Республикаһы Транспорт министрлығының юл хәрәкәте идаралығы начальнигы Венера Биглова, Өфө хакимиәтенең төҙөлөш, юлдарҙы ремонтлау һәм яһалма ҡоролмалар буйынса идаралыҡ начальнигы урынбаҫары Евгений Кулешов һәм подрядсы ойошма вәкилдәре тикшергән.
— Зинин ауылы янындағы юл айырсаһы — көсөргәнешле һәм күп көс талап иткән объект. Уны тормошҡа ашырыу 2021 йылдан алып бара. Әле объектта 14 эшсе һәм 30 берәмек төҙөлөш техникаһы эшләй. Эштәр тәүлек әйләнәһенә алып барыла, — тине Венера Биглова.
Әле юл сите таштарын урынлаштырыу, электр тәьминәте селтәрҙәрен төҙөкләндереү, асыҡ һауала яҡтыртыу эштәре алып барыла. Бынан тыш, юл япмаһын төҙөү буйынса эштәр дауам итә. 523 мең кубометр ҡом һәм ҡырсынташ ҡатнашмаһы килтерелә, был планлаштырылған күләмдең 80 процентын тәшкил итә.
Зининда транспорт сиселешен төҙөүгә яҡынса 1 миллиард 387 миллион һум аҡса бүленгән. Бөтә эштәрҙе 2023 йылдың өсөнсө кварталы аҙағына тамамлау планлаштырыла.
«Хәүефһеҙ сифатлы юлдар» милли проекты Рәсәй Транспорт министрлығы тарафынан «2030 йылға тиклемге осорҙа Рәсәй Федерацияһы үҫешенең милли маҡсаттары һәм стратегик маҡсаттары тураһында» Президент Указы положениеларын тормошҡа ашырыу маҡсатында әҙерләнә. Милли проекттың масштабы бөтә илде тиерлек үҙ эсенә ала, унда Рәсәйҙең 84 субъекты һәм 105 ҡалаһы ҡатнаша. Рәсәй субъекттарының юл программаларын финанслау федераль һәм төбәк бюджеттарынан тормошҡа ашырыла.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте сайтынан алынды.