

Өфөнөң юғары уҡыу йорттары араһындағы кампустың IQ-паркында молекуляр инженерлыҡ лабораторияһы урынлашасаҡ.
Донъя кимәлендәге Евразия фәнни-тикшеренеү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусының беренсе сиратында Өфө фән һәм технологиялар университетының молекуляр инженерлыҡ лабораторияһы барлыҡҡа киләсәк.
БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн лабораторияла бойҙайҙың уңышын, ҡоролоҡҡа һәм бәшмәк ауырыуҙарына ҡаршы тороусанлығын арттырыу өсөн геномлы төҙәтеүҙәр үткәрелә. Был эш Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең биохимия һәм генетика Институты һәм Н.И.Вавилов исемендәге РФ Мәғариф һәм фән министрлығы гранты сиктәрендә "Рәсәй икмәге" федераль проекты сиктәрендә үткәрелә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Евразия фәнни-тикшеренеү үҙәге - юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы "Фән һәм университеттар" милли проекты (нацпроект "Науки и университеты") сиктәрендә төҙөлә.
Билдәле булыуынса, "Фән һәм университеттар" милли проекты (нацпроект "Науки и университеты") милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: resbash.ru