

“Демография” милли проектының “Өлкән быуын” федераль проектын, “Башҡортостанда оҙон ғүмер. Туризм” төбәк проектын бойомға ашырыу сиктәрендә Дәүләкән районының өлкән быуын вәкилдәре өсөн 31 майҙа Өфө буйлап экскурсия һәм теплоходта йылғала йөрөү ойоштородо.
Автобус-йәйәүлеләр экскурсияһы ҡалаға нигеҙ һалынған урындан – Дуҫлыҡ монументынан, ҡаланың төп иҫтәлекле урындары – Салауат Юлаев майҙанынан башланды. Тағы ла бер матур объект Өфөләге “Ете ҡыҙ” фонтанының береһе булды. Уның композицияһы илбаҫарҙар урлап алып киткән ете бейеүсе ҡыҙ тураһындағы башҡорт легендаһына нигеҙләнгән. Сюжетҡа ярашлы, ҡыҙҙар, ҡаты язалауға ҡарамаҫтан, азатлыҡ өсөн көрәшкән. Улар диңгеҙ төбөндә мәңгегә юғалғас, күктә ете йондоҙ янып китә – шулай Етегән йондоҙлоҡ пәйҙә була. Экскурсияла ҡатнашыусылар шулай уҡ билдәле башҡорт композиторы Заһир Исмәғилевкә арналған һәйкәлде ҡараны.
Ошо көндәрҙә баш ҡалаға тарихи китап килде, уның төп нөсхәһе 100 йыл элек Өфөлә булған. Был – Усман Ҡөрьәненең ҡулъяҙма күсермәһе, Ташкентта Ҡөрьән музейында һаҡланған китаптың берҙән-бер алтын күсермәһе. Китап Башҡортостандың Милли музейына тапшырылған. Сәфәрҙә ҡатнашыусылар уникаль экспонат менән дә таныша алды.
Экскурсия көнө теплоходта йөрөү менән тамамланды, унда баш ҡалабыҙҙың ғәжәйеп күренештәре асылды.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Башҡортостанда оҙон ғүмер. Туризм” проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә бер көнлөк туристик сәфәрҙә 60 йәштән өлкән ир-егеттәр, 55 йәштән өлкән ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнаша ала. Бының өсөн сайтта теркәлергә: долголетие.соцтуризмрб.рф сайтында теркәлергә һәм турға яҙылырға йәки Ветерандар советына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Адресы: Дәүләкән ҡалаһы, Ҡыҙыл майҙан урамы, 9, 36-сы бүлмә, телефон: 8 (34768) 3-15-27.
Билдәле булыуынса, "Демография" (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Дәүләкән районы хакимиәте.