

Өфөлә инвестор үҙ производствоһын киңәйтеү өсөн ерҙе аукционһыҙ алды, тип хәбәр итте республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. “Ювента” компанияһы Өфө ҡалаһының Дим биҫтәһендә ер участкаһын ҡуртымға алыу тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Инвестор импортты алмаштырыуға йүнәлтелгән проекттар өсөн ер участкаһын аукционһыҙ алған, йәғни ябайлаштырылған процедуранан файҙаланған.
- Республика милкендәге ер участкаларын аукционһыҙ ҡуртымға алыу тураһындағы ҡарар эшҡыуарҙарҙың проекттың бизнес-планын күрһәтеп яҙылған ғариза нигеҙендә ҡабул ителә. Был – инвесторҙарға, үҙе үҫергә һәм Башҡортостан мәнфәғәтенә эшләргә теләгәндәр өсөн ҙур ярҙам, - тип белдерҙе республиканың ер һәм милек мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянских. – “Ювента” барлыҡ талаптарҙы ла үтәне, йәш, әммә амбициялы компанияға уңыштар ғына теләргә ҡала.
Инвестиция проекты алюмин ишектәрҙе, ПВХ профилдәрҙе етештереү, шулай уҡ күләмде арттырыуҙы күҙаллай. Быларҙы барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) һәм “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ” милли проекттары (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.
Фото: pron.realty