Милли проекттар
6 Июнь 2023, 06:15

Экспортты үҫтереүгә булышлыҡ итә

Башҡортостан компаниялары “Эре предприятиелар өсөн экспорт онлайн коммерцияһы" темаһына вебинарға саҡырыла

Экспортты үҫтереүгә булышлыҡ итәЭкспортты үҫтереүгә булышлыҡ итә
Экспортты үҫтереүгә булышлыҡ итә

15 июндә Мәскәү ваҡыты буйынса 11:00 сәғәттә “Эре предприятиелар өсөн экспорт онлайн коммерцияһы” темаһына вебинар үтәсәк, уны Рәсәй экспорт үҙәге (РЭЦ) акционерҙар йәмғиәте ойоштора. Был хаҡта Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева хәбәр итте.

– Электрон сауҙа майҙансыҡтары экспорт эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыуҙың һөҙөмтәле ҡоралы булып тора, сөнки улар ҙур аудиторияға эйә һәм күп һанлы илдәрҙе үҙ эсенә алырға мөмкинлек бирә. Был вебинар республиканың эре компанияларына үҙ продукцияһын маркетплейстарҙа танытырға һәм үҙ һатыуҙарын арттырырға ярҙам итәсәк. Мәҫәлән, уҙған йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан республикаһының Экспортҡа ярҙам үҙәге булышлығында 17 халыҡ-ара электрон сауҙа майҙансығында Башҡортостандың 50-нән ашыу уникаль бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ компанияларының 750-гә яҡын тауары урынлаштырылды. Уларҙың һатыуҙары 2,8 миллион долларҙан ашып китте, ә экспорт географияһы 32 илгә тиклем етте, – тип белдерҙе Маргарита Болычева.

Эксперттар һөйләйәсәк:

  • ҙур компанияларға ниндәй маркетплейстар файҙалы була ала;
  • онлайн ниндәй аспекттарға иғтибар итергә кәрәк;
  • нисек онлайн компанияның табышын арттыра ала;
  • онлайн бөтә донъя партнерҙарын табырға ярҙам итәсәк.

Теркәү формаһында (https://www.exportcenter.ru/events/ecommerce-consulta..) ҡатнашыусылар үҙҙәренең һорауҙарын яҙып ала, улар вебинарҙа ҡараласаҡ. Сарала ҡатнашыу бушлай. Бер ғариза буйынса компания хеҙмәткәрҙәренең сикһеҙ һаны ҡушыла ала.

Һорауҙар килеп тыуған осраҡта 8-800-550-0188 телефоны буйынса, шулай уҡ электрон почта адресы буйынса РЭЦ-тың контакт үҙәгенә мөрәжәғәт итергә мөмкинinfo@exportcenter.ru.
Белешмә:

Рәсәй экспорт үҙәге (РЭЦ) сеймал булмаған экспортҡа ярҙам итеү дәүләт институты (ВЭБ.РФ төркөмөнә инә), Рәсәй экспортерҙарына финанс һәм финанс булмаған ярҙам сараларының киң спектрын күрһәткән компаниялар төркөмөн берләштерә.

Бөтә ярҙам Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын (национальный проект "Международная кооперация и экспорт") тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән.

Фото: vk.com/foreignrb

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас