Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
7 Июнь 2023, 10:15

Был тармаҡта ҡеүәт ҙур

Башҡортостан предприятиелары Беларусҡа экспорт тураһында һорауҙарға яуап аласаҡ

Был тармаҡта ҡеүәт ҙур
Был тармаҡта ҡеүәт ҙур

Төбәктең экспортҡа йүнәлтелгән компаниялары тауарҙарҙы Беларусь Республикаһы баҙарына сығарыу буйынса консультацияға саҡырыла, тип хәбәр итә республика хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. Рәсәй экспорт үҙәге 21 июндә “FMCG төркөмөндәге Рәсәй тауарҙары (аҙыҡ-түлек һәм халыҡ ҡулланыуы тауарҙары) эспортын Беларусь Республикаһында үҫтереү” темаһына халыҡ-ара онлайн-консультация үткәрә.

– Быйыл беренсе кварталда Беларусь 7,6 процент өлөш менән Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнешендә дүртенсе урынды биләй. Был осорҙа уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда үҙ-ара тауар әйләнешенең 57,3 процентҡа артыуын теркәйбеҙ. Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса аҙыҡ-түлек тауарҙары Беларусҡа экспорттың дөйөм өлөшөнөң биш процентын биләне. Был тармаҡта тәьмин итеүҙе үҫтереү өсөн ҡеүәт бар, ә Республика экспорт үҙәгенең вебинары беҙҙең эшҡыуарҙарға был тауар төркөмөнөң Беларусҡа экспорт үҙенсәлектәре тураһында белергә ярҙам итәсәк, – тип белдерҙе Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

Республика экспорт үҙәге Беларустағы вәкиллеге етәксеһе Виктор Доронкевич ҡулланыусылар баҙарының үҙенсәлектәре һәм ағымдағы торошо, бизнес алып барыу ҡағиҙәләре һәм эре Белорусь ритейлерҙары һәм дистрибьюторҙары менән үҙ-ара эш итеү, сертификация ойоштороу һәм сикләүҙәр шарттарында Рәсәй экспортерҙары осрауы мөмкин булған башҡа үҙенсәлектәр тураһында һөйләйәсәк. Бынан тыш, онлайн-сара барышында ҡатнашыусылар ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап ала һәм компанияларҙың Беларусь баҙарына сығыу перспективаларын аныҡлай ала. Бынан тыш, “Ээксперт фекере” рубрикаһы сиктәрендә маҡсатлы илдә эшләү буйынса үҙ тәҡдимдәрен саҡырылған эксперттар тәҡдим итәсәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы ҡабул ителгән “Лайыҡлы һәм һөҙөмтәле хеҙмәт һәм уңышлы эшҡыуарлыҡ” милли маҡсаты сиктәрендә “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) тормошҡа ашырыла. Уның маҡсаты – 2030 йылға сеймалға ҡарамаған энергетик булмаған тауарҙар экспортының 2020 йыл менән сағыштырғанда кәмендә 70 процентҡа артыуын тәьмин итеү.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Башҡортостан Хөкүмәте.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: