Ағиҙел ҡалаһының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проектында ҡатнашыуы һөҙөмтәһендә Сәскәләр бульварынан Еңеү мемориалына тиклемге сквер төҙөкләндереләсәк.
Биләмә көндән-көн үҙгәрә. Бөгөн тротуар һалыу тамамланып килә, парклет һәм уның өҫтөндәге япмаларҙы монтажлау эштәре тамамлана. Яҡын арала матур вазондар үҙ урынын биләйәсәк, эскәмйәләр һәм урналар ҡуйыласаҡ.
Йәйәүлеләр юлында, хакимиәт бинаһы янындағы кеүек үк, брусчатка япмаһы яңыртыласаҡ. Скверҙа япмалы ял зонаһы булдырыла. Видеокүҙәтеү системаһы ҡуйыла һәм яҡтыртыу алмаштырыла. Эштәрҙе башҡарыуға бөтәһе 15,7 миллион һум самаһы аҡса бүленгән.
Биләмә ил Президенты Владимир Путин май указдары менән булдырған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект "Жилье и городская среда") “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты буйынса төҙөкләндерелә. Ағиҙелдәр был йәмәғәт киңлеген тауыш биреп һайлап алды.
Федераль проект сиктәрендә тормошҡа ашырылған төҙөкләндереү саралары ярҙамында республикала йәшәгәндәрҙең төрлө йәштәге кешеләрҙең уңайлы ялы өсөн яңы заманса майҙансыҡтары барлыҡҡа килә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2022 йылда Башҡортостан Республикаһында 126 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелгән, 2023 йылда финанслау суммаһы элеккесә ҡала, 122 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелә.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы.