Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
7 Июнь 2023, 12:30

Һоҡланғыс урындарҙа булып ҡайтҡандар

"Башҡортостанда оҙон ғүмер" – тәүге тапҡыр Ауырғазы районында. 

Һоҡланғыс урындарҙа булып ҡайтҡандар
Һоҡланғыс урындарҙа булып ҡайтҡандар

Ауырғазы районына туристарҙың тәүге төркөмө килде. Улар "Милли Туроператор Компанияһы" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән берлектә әҙерләнгән "Тылсымлы керамика" маршруты буйынса объекттарҙа булды. Сәфәр "Башҡортостанда оҙон ғүмер" проекты сиктәрендә ойошторолған.  Оло йәштәгеләр өсөн әүҙем ял төбәктә “Демография” һәм “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекттарын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ойошторолған.

Сәйәхәт 1867 йылда төҙөлгән Алла Анаһы ғибәҙәтханаһына барыуҙан башлана. Уның матур һәм романтик тарихы бар, был хаҡта ҡунаҡтарға экскурсия ваҡытында һөйләнеләр. Йәнә ҡорамды төҙөү тарихы кирбес һәм керамика етештереү менән дә бәйләнгән. 1830 йылда, мәҫәлән, төҙөлөш башланғас, ҡәлғә төҙөүселәр кирбесте урында уҡ эшләгән.

Артабан урындағы тыуған яҡты өйрәнеү музейында һәм “Кирач” керамика һәм ҡулланма сәнғәт музей-оҫтаханаһында булдылар, унда ҡунаҡтар оҫталыҡ дәресендә урындағы балсыҡтан әйберҙәр эшләгән. Һуңынан туристарҙы кирбес заводына Әжәмәккә саҡырҙылар, улар унда балсыҡтан керамик кирбестең нисек барлыҡҡа килеүен ҡараны.

Кире юлда экскурсия тәбиғәттә – Бабай-Таш төбәгендә дауам итте. Урынға бындай исемде ҡарт фигураһын хәтерләткән, ерҙән 17 метрға күтәрелгән ҡаяның ғәжәйеп һынына ҡарап биргәндәр.

Билдәле булыуынса, "Демография" (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

 #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Ауырғазы районы хакимиәте.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: