

Башҡортостанда ”Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк” акцияһы уңышлы үткәрелә. Табиптар тәү тапҡыр 1540 социаль әһәмиәтле сирҙәрҙе асыҡланы. Ниндәйҙер сиргә шик тыуған осраҡта, пациенттар диагнозды асыҡлау, дауаланыу өсөн дауаханаларға ебәрелә. Бөгөн бригадалар график буйынса алты районда эштәрен дауам итә.
Белорет маршруты Бөрйән районында эшен дауам итә (13.06.-14.06. - Байназар ауылында, 15.06-16.06. - Яңы Монасипта).
Дыуан маршруты Мәсетле районында эш башлай (13.06.-14.06.- Йоноста, 15.06-16.06. - Яңы Мөслимдә).
Нефтекама маршруты Тәтешле районында эшен дауам итә (13.06. - Яңы Тәтешлелә, 14.06-15.06. - Үрге Ҡоҙашта, 16.06. - Беләштә).
Октябрьский маршруты Туймазы районында эшен дауам итә (13.06-14.06. - Үрге Бишинделә, 15.06-19.06. - Серафимовкала).
Стәрлетамаҡ маршруты Стәрлебаш районында эш башлай (13.06-14.06. - Тәтербашта, 15.06-16.06 - Бузатта).
Өфө маршруты Ҡырмыҫҡалы районында эшен тамамлай (13.06 - Алайғырҙа, 14.06. - Һыуыҡ Шишмәлә) һәм Благовещен районында эш башлай (15.06-16.06. - Богородский ауылында).
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.