

Хәҙерге ваҡытта “Демография” милли проектына ярашлы һөнәри белем алырға йәки квалификацияһын күтәрергә теләгән Башҡортостан халҡы өсөн 263 белем программаһы эшләй. Быйыл 2,8 мең кешенең квота буйынса бушлай яңы белем алыу мөмкинлеге бар.
– 2,5 мең кеше төрлө курстарға ебәрелде, 309 кеше уҡыуын тамамланы, 180-е уҡыуҙы тамамлағандан һуң эшләй башлауын белдерҙе, – тип хәбәр итте ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. – Программа баҙарҙа үҙ урынын табыуҙа ауырлыҡ тойған һәр кемгә – бәләкәй балалары булған ҡатын-ҡыҙға, пенсияға сығыу алдында торған граждандарға, 35 йәшкә тиклемге йәштәрҙең ҡайһы бер категорияларына, эшһеҙҙәргә тәғәйенләнгән. Милли проектҡа ярашлы бушлай уҡыуға хоҡуҡ шулай уҡ махсус хәрби опреацияла ҡатнашҡандарға ла ҡағыла.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, хеҙмәт баҙарындағы үҙегеҙҙе ҡыҙыһындырған программаны һайлап алғас, “Работа России” Берҙәм һанлы платформала уҡыуға заявка бирергә мөмкин. Башҡортостан предприятиелары өсөн кадрҙар әҙерләүгә Рәсәй Хөкүмәте тарафынан бүленгән средстволар уҡытыуҙы ойоштороусы ойошмаларға гранттар тапшырыуға тотоноласаҡ.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.”
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, ҡатын-ҡыҙҙарҙың мәшғүллегенә ярҙам итеү, мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы тәрбиәләү өсөн шарттар тыуҙырыу, граждандарҙың сәләмәт тормошҡа мотивация системаһын формалаштырыу “Демография” милли проектының нигеҙен тәшкил итергә тейеш. Тап ошо милли проектҡа ярашлы, балалар тәрбиәләгән ғаиләләрҙең тормош сифатын күтәреү һәм даими ярҙам күрһәтеү буйынса маҡсатҡа ярашлы эш алып барыла.
Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.