Милли проекттар
13 Июнь 2023, 07:30

Рәсәй – Тыуған илем минең!

Иглиндә матур байрам саралары үтте. 

Рәсәй – Тыуған илем минең!Рәсәй – Тыуған илем минең!
Рәсәй – Тыуған илем минең!

Иглин ауылында "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә төҙөкләндерелгән район мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда “Рәсәй – Тыуған илем минең!” байрам концерты үтте.

Майҙандың бер яғында оҫталар йәрминкәһе ойошторолдо, ә икенсе яғында "Алпамыш" йәштәр үҙәге ирекмәндәре төрлө әүҙемлек майҙандарын эшләтте: шахмат, шашка, Калашников автоматын йыйыу-һүтеү, асфальтта һүрәт төшөрөү, аквагрим һәм башҡалар.

– 12 июндә Рәсәй көнөн, ә 16 июндә милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуған көнөн билдәләйбеҙ, – тине үҙенең сәләмләү һүҙендә Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова. – Хөрмәтле Иглин халҡы, һеҙҙе был байрам менән ҡотлайым. Рәсәй дәүләте тарихының иң ауыр осоронда ла уны һәр ваҡыт Ватаныбыҙҙы бойондороҡһоҙ, көслө һәм күркәм итергә ынтылған граждандарҙың берҙәмлеге, рух ныҡлығы ҡотҡарҙы.

Сараның тантаналы өлөшөндә бер нисә бүләкләү булды. "Әсәлек даны" миҙалы менән биш бала әсәһе Алена Сафина наградланды. БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының Почет грамотаһы менән район хакимиәтенең опека һәм попечителлек бүлеге баш инспекторҙары Ирина Харько, Анастасия Кәйүмова наградланды.

Шулай уҡ Рәсәйҙең йәш граждандарына паспорттар тапшырылды. Байрам район балалар, өлкәндәр коллективтарының һәм яңғыҙ башҡарыусыларҙың концерты менән дауам итте.

Билдәле булыуынса, "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

 #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Иглин районы хакимиәте.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас