Милли проекттар
14 Июнь 2023, 04:15

“Беҙҙең өсөн ҙур ваҡиға булды”

Яңы ҡорамал  Илеш районы халҡы өсөн диагностика сифатын һәм унан файҙаланыу мөмкинлеген һиҙелерлек арттырасаҡ...

“Беҙҙең өсөн ҙур ваҡиға булды”“Беҙҙең өсөн ҙур ваҡиға булды”
“Беҙҙең өсөн ҙур ваҡиға булды”

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Үрге Йәркәй үҙәк район дауаханаһына эндоскопик тикшереүҙәр үткәреү өсөн видеоколоноскоп алынды.

– Йыл һайын медицина учреждениеһында 1,5 меңдән ашыу эндоскопик тикшереүҙәр үткәрелә. Беҙҙә ике эндоскопия кабинеты һәм ике белгесебеҙ бар. Дауаханабыҙға заманса колоноскоп алыныуы беҙҙең өсөн ҙур ваҡиға булды. Был Илеш районы халҡы өсөн диагностика сифатын һәм унан файҙаланыу мөмкинлеген һиҙелерлек арттырасаҡ, – тип билдәләне дауахананың баш табибы Рәзидә Ғатауллина.

Эндоскоп төрлө йәштәге пациенттар өсөн тәғәйенләнгән. Яңы ҡорамал лайлалы тиресәнең бөтә структураһын, капиллярҙарҙы һәм башҡа ағзаларҙы ентекләп тикшерергә ярҙам итә. Баш табиптың әйтеүенсә, яңы видеоколоноскоп файҙаланыуға тапшырылған.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас