Милли проекттар
14 Июнь 2023, 11:10

Йәш спортсылар миҙалдар алып ҡайтҡан

Бөрө спортсылары Благовещенда үткән “Башҡортостан йондоҙҙары” спорт аэробикаһы буйынса республика ярыштарында призлы урындар яулаған.

Йәш спортсылар миҙалдар алып ҡайтҡанЙәш спортсылар миҙалдар алып ҡайтҡан
Йәш спортсылар миҙалдар алып ҡайтҡан

Физик тәрбиә һәм сәләмәт кешеләр – ошо маҡсаттарҙы үҙ алдына “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль программаһы ҡуя. Спорт һәм физик культура менән шөғөлләнеү һәр йәштә лә кеше организмына ыңғай тәьҫир яһай, эмоциональ хәлде яҡшырта, үҙ-үҙеңә ышанысты арттыра.

Бөрө спортсылары Благовещенда үткән “Башҡортостан йондоҙҙары” спорт аэробикаһы буйынса республика ярыштарында призлы урындар яулаған.

Турнирҙа 6-8 йәшлек иң бәләкәй спортсылар ҡатнашҡан, улар “Йәйғор” балалар ижады үҙәге педагогтары Наталья Фролкина һәм Елена Иванованың тәрбиәләнеүселәре. Спортсылар төрлө номинацияларҙа бөтә почет пьедесталын яулаған – соло, парлы, төркөм сығыштары.

Ярыштарҙа ҡатнашыу – ҡиммәтле тәжрибә, был аэробистарға артабан тағы ла ҙурыраҡ уңыштарға өлгәшергә ярҙам итә.

Билдәле булыуынса, "Демография" (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

 #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото:Бөрө ҡалаһы хакимиәте.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас