

Ошо көндәрҙә “Саңғалыҡ диорит карьеры” компанияһы Бөрө ҡалаһы эргәһендә Ағиҙел йылғаһына ике мең уҡбалыҡ селбәрәһе ебәрҙе. Сара "Росрыболовство" идаралығы, Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы белгестәре ҡатнашлығында үтте.
- Йылдан-йыл республиканың һыу объекттарын балыҡ менән байытырға теләүсе ойошмалар һаны арта. Был хатта үҙенә күрә матур йолаға әүерелде. Эшмәкәрлеге менән тәбиғәткә килтерелгән зыянды ошондай юл менән дә ҡаплау бары тик хуплауға лайыҡ, – ти Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Камил Биргулиев.
Уҡбалыҡ селбәрәләрен йылға буйына махсус контейнерҙар менән йыһазландырылған машинала алып киләләр. Был контейнерҙарҙа балыҡ үҙен һәйбәт тойһон өсөн температура көйләнә, кислород фильтрҙары эшләй. Һәр селбәрәнең уртаса ауырлығы 13 грамм тәшкил итә. Тап ошо ваҡытта сығарылған селбәрәләр тәбиғи шарттарға тиҙ яраҡлашып китә.
Сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектының (национальный проект “Экология”) “Уникаль һыу объекттарын һаҡлау” федераль проекты сиктәрендә үткәрелә.
Күл-йылғаларға селбәрә ебәреү саралары көҙгә тиклем дауам итәсәк.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.