Милли проекттар
18 Июнь 2023, 06:50

Ҡулланыусылар кооперативын булдырған

Яҡын арала  цехта колбаса изделиелары етештереү буйынса тағы ла бер линияны асыу күҙаллана.

Ҡулланыусылар кооперативын булдырғанҠулланыусылар кооперативын булдырған
Ҡулланыусылар кооперативын булдырған

Дүртөйлө районында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) маҡсатлы эш алып барыла. 

Райондың бизнес-шәрифе Гөлнара Кашаева белдереүенсә, Дүртөйлө районынан Рөстәм Төхбәтуллин Әсән ауылында банкротлыҡ хужалығын һатып алған һәм үҙ эшен асҡан. 2014 йылдан ул үҫемлекселек һәм һөт малсылығы менән шөғөлләнгән. Дүрт йыл элек эшҡыуар Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының ғаилә малсылыҡ фермаһын үҫтереүгә 7,5 миллион һум күләмендәге грантын отҡан һәм ит йүнәлешен үҫтерә башлаған. Ә 2020 йылда «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам итеү» программаһы буйынса муниципаль субсидия алған.

2022 йылда фермер тоҡомло мал һатып алған, бөгөн унда 650 баш самаһы абердин-ангус, ҡара-ала, герефорд тоҡомло башмаҡ бар. Рөстәм үҙенең фекерҙәштәре менән ауыл хужалығы эшкәртеүсе ҡулланыусылар кооперативын булдырған.

- Дүртөйлө районы хакимиәте Рөстәм Төхбәтуллиндың крәҫтиән (фермер) хужалығын күсмә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”н үткәреү урыны итеп һайланы, унда хужалыҡты үҫтереү һәм үҙ сеймалынан продукция етештереүҙе киңәйтеү мәсьәләләрен тикшерҙе. Эшҡыуар кәңәшмәлә ҡатнашыусылар өсөн ит ярымфабрикаттары етештереү цехы биналары буйлап экскурсия үткәрҙе, ассортимент менән таныштырҙы, етештереү процесы хаҡында һөйләне һәм ниндәй ҡорамалдар ҡулланылыуын күрһәтте. Ярымфабрикаттар, әйткәндәй, әлегә ваҡ партиялар һәм заказдар буйынса ғына тотонола. Хәйер, сифатҡа һорау һәр ваҡыт буласаҡ, тип ышаналар предприятиела. Яҡын арала  цехта колбаса изделиелары етештереү буйынса тағы ла бер линияны асыу күҙаллана, - ти бизнес-шәриф Гөлнара Кашаева.

Осрашыу йомғаҡтары буйынса проблемалы мәсьәләләрҙе тикшерергә һәм эшҡыуарға кәрәкле мәғлүмәт-консультация ярҙамы күрһәтергә ҡарар ителгән.

Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 Фото: Радий Хәбировтың бизнес менән аралашыу төркөмө.

 

Ҡулланыусылар кооперативын булдырған
Ҡулланыусылар кооперативын булдырған
Ҡулланыусылар кооперативын булдырған
Ҡулланыусылар кооперативын булдырған
Ҡулланыусылар кооперативын булдырған
Ҡулланыусылар кооперативын булдырған
Ҡулланыусылар кооперативын булдырған
Автор:Карима Усманова
Читайте нас