

Республикабыҙҙан “Үлсәү ҡоролмалары заводы” сауҙа йорто” “Хеҙмәт етештереүсәнлеге" милли проектына (национальный проект „Производительность труда“) ҡушылды. Был турала Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы хәбәр итә.
- Милли проекттың барлыҡ саралары предприятиеларҙың иҡтисади хәлен нығытыуға, төбәктең тотороҡлоғона йүнәлтегән. Компаниялар тарафынан производство процесына яңы “һаҡсыл алымдар индереү продукцияның үҙҡиммәте, сифатының күтәрелеүе" менән туранан-тура бәйле. 160 предпрятиела ғына беҙ туҡталып ҡалмаясаҡбыҙ, яңы ҡатнашыусыларҙы һәм яңы һөҙөмтәләр көтәбеҙ, - тине Республианың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов.
“Үлсәү ҡоролмалары заводы” сауҙа йорто сәнәғәт үлсәүҙәрен, ҡоро материалдар өсөн дозаторҙар етештереү менән шөғөлләнә. Милли проектта ҡатнашыуҙан хаталарҙы һәм кәрәкмәгән операцияларҙы ҡыҫҡартыу көтөлә.
“Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты илдә хеҙмәт етештереүсәнлегенең йыллыҡ үҫешен биш процентҡа еткереү өсөн шарттар тыуҙырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Бизнесҡа ярҙамға, башҡа саралар ҙа ҡаралған. Шул иҫәптән предприятиелар эшендә финанс стимулләү һәм эксперттар консультациялары. Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән булдырылған милли проекттар 2019 йылда старт алды.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.