

4 июлдә видеобәйләнеш форматында Төркиәгә аҙыҡ-түлекте экспортҡа оҙатыу буйынса семинар үтәсәк. Ул «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты (нацпроект «Международная кооперация и экспорт») сиктәрендә уҙғарыла, тип хәбәр итә төбәк Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
Төркиәлә «Рәсәй экспорт үҙәге» акционерҙар йәмғиәте вәкиле һәм Истанбулдағы агросәнәғәт комплексы продукцияһының күргәҙмә-дегустация павильоны операторы төрөк партнерҙары менән хеҙмәттәшлек үҙенсәлектәре хаҡында һөйләйәсәк, сертификация, ҡаршылыҡтар, сикләүҙәр һәм мөмкинлектәр темаһын ҡуҙғатасаҡ.
- Ағымдағы йылдың беренсе кварталында Төркиәгә оҙатылған тауарҙарҙың өстән бер өлөшөн химия сәнәғәте продукцияһы тәшкил итте. Шулай уҡ беҙ Төркиә Республикаһына ағас һәм аҙыҡ-түлек тауарҙары ебәрәбеҙ, - тип хәбәр итте республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева. - Семинарҙа экспортерҙар хеҙмәттәшлек өсөн ниндәй рөхсәт документы кәрәклеген һәм шул уҡ ваҡытта ниндәй ҡаршылыҡтар тыуыу ихтималлығын белә аласаҡ. Был ағымдағы йылдың тәүге дүрт айында уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 1,74 тапҡырға артҡан Төркиәгә Башҡортостан экспорты күләмен артабан да арттырырға мөмкинлек бирәсәк.
– Беҙҙең төп бурыс республика предприятиелары продукцияһын һатыу баҙарын төбәк кимәлендә генә түгел, халыҡ-ара кимәлдә киңәйтеүгә ҡайтып ҡала. Ә был семинар маҡсатты тормошҡа ашырыу өсөн этәргес булып тора, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды БР сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.
Сарала ҡатнашыу өсөн «РЭЦ» акционерҙар йәмғиәте сайтында алдан теркәлергә кәрәк.
Фото: dostup1.ru