Милли проекттар
2 Июля 2023, 04:50

Сифатлы юлдар - халыҡ өсөн

Өфөлә «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты сиктәрендә йыл һайын норматив талаптарға тап килгән автомобиль юлдары арта.

Сифатлы юлдар - халыҡ өсөнСифатлы юлдар - халыҡ өсөн
Сифатлы юлдар - халыҡ өсөн

Өфөлә «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты (нацпроект «Безопасные качественные дороги») сиктәрендә йыл һайын норматив талаптарға тап килгән автомобиль юлдары арта. Һүҙ магистраль урамдар тураһында ғына түгел, шәхси сектор урамдар хаҡында ла бара.

- Нижегородка биҫтәһендә подряд ойошмаһы Рига урамын комплекслы яңыртыуға апрелдә үк тотонған. Июнь аҙағында юлсылар асфальт-бетон япмаһының өҫкө ҡатламын түшәй башлаған. Төҙөкләндерелгән объекттың оҙонлоғо 640 метр тәшкил итә, - тип билдәләй Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов.

Бөгөнгә Рига урамын ремонтлауға 15 берәмек үҙбушатҡыс, өс юл тигеҙләгес, асфальт түшәүсе, ике метрлыҡ юл фрезаһы, автогудронатор, ҡатнаш сифатлы юл машинаһы, асфальт түшәүсе тротуар тигеҙләгес, экскаватор һәм тейәгес экскаватор йәлеп ителгән.

Килешеүгә ярашлы, подряд ойошмаһы ремонт эштәрен 2023 йылдың дүртенсе кварталында тамамларға тейеш. Әммә ремонтты ваҡытынан алда башҡарыу планлаштырыла.

Был сараға 15,9 миллион һум аҡса бүленгән. Билдәләп үтергә кәрәк, Рига урамын яңыртыу балалар баҡсаһына һәм спорт стадионына, шулай уҡ янғын частарына илткән социаль объекттарға юл хәүефһеҙлеген арттырырға мөмкинлек бирәсәк.

Ғөмүмән, Өфөлә «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты сиктәрендә йәйге ремонт эштәре дауам итә. 2023 йылда милли проект объекттары исемлегенә Рига, Яңы Рәсәй, Лев Толстой, Галле ҡалаһы, Демьян Бедный, Менделеев һәм Шәфиев урамдары индерелгән.

Фото: transport.bashkortostan.ru

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас