Милли проекттар
8 Июль 2023, 03:30

Башҡортостан предприятиеларында диагностика этабы тамамлана

"Һөҙөмтәле производство төҙөп кенә баҙарҙа ышаныслы позициялар биләргә мөмкин".

Башҡортостан предприятиеларында диагностика этабы тамамланаБашҡортостан предприятиеларында диагностика этабы тамамлана
Башҡортостан предприятиеларында диагностика этабы тамамлана

"Хеҙмәт етештереүсәнлеге" милли проектында ҡатнашҡан өс республика предприятиеһында "Диагностика һәм планлаштырыу" этабы тамамлана. Улар - "Авангард Нефтесервис" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, "Форт Диалог" акционерҙар йәмғиәте һәм "Спектр" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте.

"Бөтә ваҡ-төйәк нәмәләр иҫәпкә алынған һөҙөмтәле производство төҙөп кенә баҙарҙа ышаныслы позициялар биләргә мөмкин, - ти Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры урынбаҫары Айрат Фәхретдинов. - Шуға күрә һаҡсыл етештереү ҡоралдарын индергәнгә тиклем предприятиеларҙың эшсе төркөмдәре төбәк компетенциялар үҙәге эксперттары менән берлектә пилот участкаларын билдәләй, ағымдағы хәлде ентекле анализлай, етештереүҙең тар урындарын билдәләй, бөтә алынған мәғлүмәтте структуралаштыра һәм маҡсатлы хәлгә өлгәшеү буйынса саралар планын эшләй, был етди иҡтисади һөҙөмтәне гарантиялай".

Ҡатнашыусылар һаҡсыл етештереү нигеҙҙәре, эш урынын рациональ ойоштороу, етештереү анализы һәм башҡа йүнәлештәр буйынса тренингтар үтте. Шулай уҡ предприятие хеҙмәткәрҙәре "процестар фабрикаһы"нда уҡый.

Бынан тыш, предприятиеларҙа процестарҙы картаға төшөрөү үткәрелгән – был етештереү процестарының һөҙөмтәлелек күрһәткестәрен структуралы баһаларға мөмкинлек биргән тәүге аҙымдарҙың береһе.

Алдағы айҙарҙа предприятиеларҙа яңы күнекмәләрҙе тормошҡа ашырыу күҙаллана. Милли проект сиктәрендә уҙғарылған сараларҙың һөҙөмтәләре быйыл көҙ билдәле буласаҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, "Хеҙмәт етештереүсәнлеге" милли проекты (нацпроект "Производительность труда") 2018 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указын үтәү маҡсатында әҙерләнгән һәм илдә хеҙмәт етештереүсәнлегенең өҙлөкһөҙ үҫеше өсөн шарттар булдырырға тейеш. Ағымдағы йылдың июнендә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында сығыш яһап, дәүләт башлығы милли проекттың мөһимлеген билдәләне: "Һаҡсыл, һөҙөмтәле етештереү принциптарын индереү иҡтисадтың төп тармаҡтарында ғына түгел, башҡа секторҙарҙа ла, социаль өлкәлә лә үҫеш алырға тейеш. Бында федераль компетенциялар үҙәге ресурсын тулыһынса файҙаланырға, уның мандатын киңәйтергә кәрәк".

Фото: bash.news

Автор:Рузилә Ҡолөмбәтова
Читайте нас