

"Афина" интерактив трибунаһы, мәғлүмәт стелаһы, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн уйын өҫтәле "Мәҙәниәт" милли проекты (нацпроект "Культура") буйынса Башҡортостандың Ишембай ҡалаһы үҙәк китапханаһына тапшырылды, тип хәбәр иттеләр Ишембай районының мәҙәниәт бүлегенән.
"Афина" трибунаһы докладсыға презентацияға бер бармаҡ ҡағылышы менән идара итергә мөмкинлек бирә. Ике микрофон ике яҡтан да тауыш тоя, шуға күрә сығыш яһаусы доклад ваҡытында тыныс ҡына борола ала. Заманса дисплей бөтәһенә лә таныш ҡағыҙ биттәрҙе алмаштыра һәм презентация үткәреүҙә ярҙам итә.
"Трибуна саралар үткәргәндә эште еңеләйтте. Хәҙер иһә күрһәтелгән электрон презентацияны күҙәтеп, сарала ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар менән диалог алып бара алам", — тип билдәләне үҙәк китапхана хеҙмәткәре Валентина Тучкина.
Интерактив китап китапхананың бөтә ҡулланыусыларына мәғлүмәтте электрон төрҙә бирә. Бында Башҡортостан тураһында китап уҡырға, халыҡтарҙың тарихы һәм йолалары, туристик маршруттар менән танышырға мөмкин. Стела килеүселәргә район китапханалары менән танышырға мөмкинлек бирә, шулай уҡ бында төбәк тураһында тулы мәғлүмәт табырға мөмкин.
“Гөбөргәйел” үҫеш өҫтәле мәктәпкәсә һәм мәктәп йәшендәге балалар өсөн ҡыҙыҡлы буласаҡ. Мауыҡтырғыс уйын формаһындағы уҡытыу ҡушымталары хәтер, фекерләү, моторика, социаль күнекмәләр үҫешенә, һүҙлек запасын киңәйтеүгә ярҙам итәсәк.
"Мәҙәниәт" милли проектының үҙәгендә бөтә ил буйынса мәҙәни байлыҡтар һәм мәҙәни ҡиммәттәр булдырыуҙа ҡатнашыу мөмкинлектәрен арттырыу бурысы тора. Рәсәй Президенты Владимир Путин инициативаһы менән милли проекттар 2019 йылда старт алды.
Фото: xn--80aapampemcchfmo7a3c9ehj.xn--p1ai/