Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
11 Июль 2023, 11:00

Өс йыл рәттән алдабыҙ

21-ҙән 75 йәшкә тиклемгеләр был ипотеканы рәсмиләштереү хоҡуғына эйә. 

Өс йыл рәттән алдабыҙ
Өс йыл рәттән алдабыҙ

Башҡортостан өс йыл рәттән ауыл ипотекаһын биреү буйынса алдынғы урында бара. Республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, быйыл тәүге ярты йыллыҡта торлаҡты һатып алыу буйынса льготалы программа буйынса дөйөм сумма 1,2 миллиард һум тәшкил иткән кредит биргәндәр.

Башҡортостанда ауыл ипотекаһын биреү буйынса төп оператор – "Россельхозбанк". 2020 йылдан, программа ғәмәлгә ингәндән алып, “Россельхозбанк”тың Башҡортостан буйынса филиалы 10,8 миллиард һумлыҡ льготалы кредитты биргән. Был займдар республикалағы 4950 кешегә торлаҡ шарттарын яҡшыртырға булышлыҡ иткән.

Әйткәндәй, был программа Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы тарафынан, “Ауыл биләмәләренең комплекслы үҫеше” федераль программаһына ярашлы, тормошҡа ашырыла. 21-ҙән 75 йәшкә тиклемгеләр займ алыу хоҡуғына эйә. Аҡса ауыл ерендә торлаҡ һатып алыу өсөн бирелә. Хәҙер уның күләме элекке өс миллион һумдан алты миллион һумға тиклем арттырылды, шуға был мөмкинлектән файҙаланып ҡалырға була. Өҫтәүенә, был Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын да тормошҡа ашыра.

Фото: stroiteh-msk.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: