Милли проекттар
12 Июль 2023, 08:50

Бөтәһе өсөн дә уңайлы

Иглин мәктәбендә тағы бер стоматология кабинеты барлыҡҡа килә.

Бөтәһе өсөн дә уңайлыБөтәһе өсөн дә уңайлы
Бөтәһе өсөн дә уңайлы

Башҡортостан Республикаһы В.Н. Бесценный исемендәге Иглин ауылының 1-се мәктәбенә "Үргә ос!" мәғариф проектының "Сәләмәт йылмайыу" модуле сиктәрендә стоматология кабинеты асыла. Стоматкабинеттарҙы йыһазландырыу "Демография" һәм "Мәғариф" милли проекттарын ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә уҙғарыла.

Уға өс блок инә: инструменттар, техника һәм мебель менән йыһазландырылған бер прививка яһау һәм ике стоматология блогы. Бер блокта - ҡабул итеү, икенсеһендә уҡыусыларҙы дауалау ойошторола.

Әлеге ваҡытта тәҙрәләрҙе, ишектәрҙе, электр үткәргестәрҙе һүтеү эштәре башҡарылған, медицина кабинеттары өсөн сертификацияланған ишектәр алмаштырылған, өҫтәмә түшәмдәр, розеткалар һәм һүндергестәр, сантехника ҡуйылған. Биҙәү, штукатур эштәре алып барыла. Кабинеттың үҙенең брендбугы - декоратив төҫлө алтымөйөштәре бар. Капиталь ремонт август башында тамамланасаҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Иглин ауылының 3-сө мәктәбендә өс йыл инде стоматология кабинеты уңышлы эшләп килә. Был ата-әсәләргә һәм балаларға бик уңайлы. Ата-әсәләргә балаларын поликлиникаға яҙҙырырға кәрәкмәй, табип-стоматологтар уҡыусыларға даими тикшереү үткәрә (ата-әсәләр йәки попечителдәр ризалығы менән), дауалау планға ярашлы уҙғарыла. Бынан тыш, ата-әсәләр менән әңгәмәләр һәм лекциялар формаһында аңлатыу эштәре алып барыла.

Киләһе медицина кабинетын Аҡбирҙе ауылы мәктәбендә асыу күҙаллана.

Билдәле булыуынса, "Демография" һәм "Мәғариф" (национальные проекты “Демография” и "Образование") милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

 #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Иглин районы хакимиәте.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас