

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Стәрлетамаҡтың 1-се ҡала дауаханаһына яңы портатив ультратауыш диагностик системаһы алынды.
Яңы ҡорамал – диагностиканың тәьҫирле моделе. Күсмә аппарат заманса технологик сиселештәргә эйә. Төрлө опциялар һәм датчиктар үҙенсәлекле визуализация менән тейешле тикшереүҙәр үткәрергә мөмкинлек бирә. Прибор ауыр түгел, уны медицина учреждениеһынан тыш та ҡулланырға мөмкин.
"Портатив сканер бөтә төп режимдарҙы һәм функцияларҙы башҡара, шул иҫәптән тауышты баҫыу һәм һүрәттәрҙе күреү сифатын яҡшыртыу модулдәрен дә индереп. Заманса функциялар һәм технологиялар уны медицина ойошмаһы шарттарында ла, пациенттың өйөндә лә файҙаланырға мөмкинлек бирә", – ти дауахананың баш табибы Илшат Яппаров.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.