Милли проекттар
15 Июль 2023, 03:30

Алдынғы уҡыусылар бүләкләнде

Улар район башлығы премияһын ала. 

Алдынғы уҡыусылар бүләкләндеАлдынғы уҡыусылар бүләкләнде
Алдынғы уҡыусылар бүләкләнде

“Мәғариф” милли проектының “Һәр баланың уңышы” төбәк проекты ярҙамында Мәсетле районында талантлы балалар менән системалы эш алып барыла. Уҡыу йылы һөҙөмтәләре буйынса үткәрелгән иң әһәмиәтле сара тип һәләтле уҡыусыларға район хакимиәте башлығы премияһын тапшырыу тора.

Тантаналы йыйылыш ошо көндәрҙә үткән. Унда район уҡыу йорттарының Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырғанда уңыштарға өлгәшкән, конкурстарҙа, олимпиадаларҙа, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа, спорт ярыштарында еңгән уҡыусылары саҡырылған. Шулай уҡ ата-әсәләр һәм класс етәкселәре ҡатнашҡан.

“Йыл һайын беҙ алдынғы уҡыусыларыбыҙҙы уҡыуҙағы уңыштары өсөн генә түгел, ә конкурстарҙа, олимпиадаларҙа, спорт ярыштарында ҡатнашыуы, әүҙем йәмәғәт тормошо алып барыуы өсөн бүләкләйбеҙ. Шулай уҡ уларҙың остаздарына рәхмәт әйтәбеҙ, уларһыҙ балалар юғары уңыштарға өлгәшә алмаҫ ине. Ата-әсәләргә аҡыллы балалары өсөн рәхмәт. Бөтәгеҙҙе лә ихлас күңелдән уңыштарығыҙ менән ҡотлайым, артабан да ошолай дауам итеүегеҙҙе теләйем. Һеҙҙең бөгөнгө тырышлығығыҙ киләсәктәге уңыш нигеҙе", – тине хакимиәт башлығы Әнис Әсәҙуллин.

Билдәле булыуынса, "Мәғариф" милли проекты (национальный проект “Образование”) Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Мәсетле районы хакимиәте.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас