

Башҡортостанда “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты буйынса (национальный проект "Производительность труда") "Стандартлаштырылған эш” тренингы уҙғарылды.
Был иһә - һаҡсыл етештереүҙең төп ҡоралдарының береһе. Ул хәүефһеҙ һәм һөҙөмтәле производство ойошторорға булышлыҡ итә. Тренингтың маҡсаты – етештереү параметрҙарының һәм процестарының һөҙөмтәлелеген даими тәьмин итеү, ти төбәктең Компетенциялар үҙәге етәксеһе Виктор Романец.
"СН-продукт" һәм "Башфармация" предприятие хеҙмәткәрҙәре тренингта ҡатнашыусылар булып тора. Компетенциялар үҙәгенең һаҡсыл етештереү буйынса тренерҙары уҡыуҙар үткәрҙе. Эксперттар стандартлаштырылған эштең мөмкинлектәре тураһында һөйләне, операцияларҙың хронометражын үткәрергә өйрәтте.
Тыңлаусылар күп һорауҙар бирҙе. Шулай уҡ үҙҙәренең предприятие участкаларына стандартлаштырылған эште индереү буйынса фекерҙәре менән бүлеште. Унан һуң үҙәк эксперттары семинарҙа ҡатнашыусылар өсөн практик дәрестәр уҙғарҙы.
“Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты илдә хеҙмәт етештереүсәнлегенең йыллыҡ үҫешен биш процентҡа арттырыу өсөн шарттар тыуҙырыуға йүнәлтелгән. Бизнесҡа ярҙамға саралар комплексы, шул иҫәптән финанс яҡтан стимуллаштырыу ҙа булдырылған. Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән булдырылған милли проекттар 2019 йылда старт алды.
Фото: Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы.