Милли проекттар
19 Июль 2023, 02:00

Дөрөҫ һөнәр һайлаһаң...

Балаларға һөнәри йүнәлеш бирелде.

Дөрөҫ һөнәр һайлаһаң...Дөрөҫ һөнәр һайлаһаң...
Дөрөҫ һөнәр һайлаһаң...

Октябрьский ҡалаһының 6-сы балалар моделле китапханаһында 1-се мәктәп янындағы “КРУТО” йәйге хеҙмәт лагеры тәрбиәләнеүселәре өсөн һөнәри йүнәлеш буйынса әңгәмәләшеү сәғәте ойошторолдо. Сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары менән булдырылған “Мәғариф” милли проекты (национальный проект "Образование") маҡсаттарына тура килә.

Осрашыу китапханасы һөнәре, уның кешене рухи яҡтан нисек үҫтереүе тураһында һөйләшеүҙән башланды. Балалар “һөнәр”, “белгеслек”, “хеҙмәт” кеүек һүҙҙәрҙе нисек аңлауҙары тураһында бәйән итте, үҙҙәре һайлаған теге йәки был һөнәр өсөн ниндәй сифаттар һәм белемдәр кәрәк икәнлеген билдәләргә тырышты. Артабан уйын программаһы башланды.

Уҡыусыларҙы мауыҡтырғыс кроссворд һәм логикаға мәсьәләләр: “Һөнәрҙәр азбукаһы”, “Буталыш”, “Төп һүҙҙәр”, “Һөнәрҙәр мәҡәлдәрҙә”, “Һөнәрҙәр төркөмө”, “Иң-иң...” һәм башҡалар көтә ине. Балаларға “Проблемалы хәл: ҡайҙа уҡырға барырға” сценкаһы оҡшаны. Иң модалы, иң онотолған, иң кәрәкле һәм иң ғәҙәти булмаған һөнәрҙәр исемлеген төҙөү ҡыҙыҡлы дискуссия менән тамамланды. Уйын формаһында уҡыусылар үҙҙәренең белемен арттырҙы.

Сара һуңында баш китапханасы Эльвира Ихсанова балаларҙың киләсәктә дөрөҫ һөнәр һайлауын теләне һәм быны бәхет сығанағы тип атаны.

Фото: klike.net.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас