

Республикабыҙҙа һаулыҡ һаҡлауҙың беренсе звеноһын яңыртыу мәсьәләләре буйынса 7 августа Бөтә Рәсәй кәңәшмәһе үтәсәк. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин хәбәр итә. Кәңәшмәгә Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашконың килеүе көтөлә.
“Һаулыҡ һаҡлау министры, Дәүләт Думаһы депутаттары алдында сығыш яһап, был өлкәләге дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу тураһындағы докладында республикабыҙҙың ҡаҙаныштарын билдәләне. Асыҡлап әйткәндә, Башҡортостанда фельдшер-акушерлыҡ пункттарын үҫтереү буйынса эш һөҙөмтәләре тураһында. Беҙҙең ФАПтар – илдә иң яҡшыларҙың береһе”, – тип белдерҙе Максим Забелин.
2018 йылдың аҙағында республикала төрлө хәл-тороштағы ике меңгә яҡын ФАП бар ине.
“Беҙ лаборатория хеҙмәтен яңырттыҡ, ФАПтарҙы яңыртабыҙ һәм төҙөйбөҙ, шул иҫәптән элек ябылғандарын да. Дүрт йыл эсендә яңы 285 пункт төҙөнөк, ҡорамалдар алдыҡ. Интернет үткәрҙек һәм хәҙер телемедицина консультацияларын үткәрәбеҙ”, – ти етәксе. 2025 йылға тиклем республикала тағы 286 ФАПты яңыртыу планлаштырыла, ә 75-ен - быйыл.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.