Милли проекттар
21 Июль 2023, 03:30

“Аҡыллы ҡалалар” ҙа йүгерә

Быны 26 июлдә күҙәтергә генә түгел, ҡатнашырға ла мөмкин.

“Аҡыллы ҡалалар” ҙа йүгерә“Аҡыллы ҡалалар” ҙа йүгерә
“Аҡыллы ҡалалар” ҙа йүгерә

26 июлдә IV “Аҡыллы ҡала – аҡыллы ил” халыҡ-ара ҡалалар үҫеше һәм һанлы трансформация форумы сиктәрендә  “Аҡыллы ҡалалар йүгереүе” үткәрелә. Сарала 250-нән ашыу кеше ҡатнаша. Был – форумда ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар, ҡала кешеләре.

Ойоштороусылар 2,5 һәм 5 километр оҙонлоғондағы ике трасса әҙерләгән. Сара иртән Ағиҙелдең матур яры буйынан, Салауат Юлаев һәйкәле тапҡырынан башлана. Йүгереүҙә бушлай ҡатнашып буласаҡ һәм һәр кем иҫтәлекле миҙал, футболка аласаҡ.

- “Аҡыллы ҡалалар йүгереүе” – форумда ҡатнашыусылар өсөн мөһим йола. Спорт кеше тормошоно ҙур йоғонто яһай. Ул сәләмәтлекте нығытып ҡына ҡалмай, маҡсатлылыҡ, сыҙамлыҡ кеүек сифаттарҙы тәрбиәләй, командала эшләргә өйрәтә, рух көсөн тәрбиәләй. Бөгөн республикала 2,04 миллион кеше физик культура һәм спорт менән шөғөлләнә. Был өстән алып 79 йәшкә тиклемге халыҡты дөйөм иҫәбенең 56,1 процентын тәшкил итә, - тип белдерҙе республиканың спорт министры Руслан Хәбибов.

Халыҡтың ғүмер оҙайлылығын арттырыу, сәләмәтлеген нығытыу – Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Демография” милли пректы бурыстарының береһе.

Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас