

“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә “Ашығыс экспорт ярҙамы” эшсе төркөмө Баҡалы районының предприятиеларында булды. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева хәбәр итте.
– “Ашығыс экспорт ярҙамы” белгестәре бығаса үҙ продукцияһын экспортҡа сығармаған Баҡалы районының өс предприятиеһына барҙы. Башҡортостандың Экспортҡа ярҙам үҙәге булышлығында уларҙы экспорт эшмәкәрлеген дөрөҫ һәм һөҙөмтәле алып барыуға әҙерләргә ниәтләйбеҙ. Быға компанияларҙың Башҡортостан Республикаһының Экспортҡа ярҙам үҙәге вебинарҙарында һәм семинарҙарында, шулай уҡ “Экспорт форсажы” акселерация программаһында ҡатнашыу юлы менән өлгәшергә мөмкин, - тип билдәләне Маргарита Болычева.
Осрашыу барышында “Ашғыс экспорт ярҙамы” эксперттары эшҡыуарҙарға төбәк һәм федераль ярҙам саралары тураһында һөйләне, шулай уҡ уларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе. Компания вәкилдәре сит ил күргәҙмә-йәрминкә сараларында ҡатнашыу, продукцияны ташыуҙы берлектә финанслау, белем биреү программаларында ҡатнашыу, атап әйткәндә: Рәсәй иҡтисади үҙәгенең Экспорт мәктәбе семинарҙарында, “Экспорт форсажы” акселерация программаһында, Башҡортостандың Экспортҡа ярҙам үҙәгенән вебинарҙарҙа, шулай уҡ логистик сығымдарҙы ҡаплауға субсидияларҙа һәм Башҡортостан Республикаһының Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы биргән сертификат тураһында белешмә бирҙе.
Сәфәр сиктәрендә эшсе төркөм “Баҡалы колбаса етештереү” ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы; “Стройальянс төҙөлөш кирбесе етештереү” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте; “Баҡалы ҡошсолоҡ фабрикаһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән эшләне.
“Ашығыс экспорт ярҙамы” белгестәренә барыуға йәки кәңәшкә ғаризаны электрон почта йәки телефон аша ҡалдырырға мөмкин: exportcenter@bashkortostan.ru, 7 347 246 89 28, 7 917 423 22 93.
Хатта күрһәтергә кәрәк:
компанияның ҡыҫҡаса тасуирламаһы;
сайт йәки социаль селтәрҙәр;
бәйләнеш өсөн белешмәләр.
Белешмә:
“Ашығыс экспорт ярҙамы” программаһы Башҡортостанда “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) сиктәрендә 2021 йылдан тормошҡа ашырыла.
Тәжрибә рәүешендә урындарға сығыу сараһы 2021 йылдың 1 февралендә Октябрьский ҡалаһында, Нефтекама ҡалаһында һәм Ишембай районында үтә.
2021 йылдың февраленән әлеге ваҡытҡа тиклем “Ашығыс экспорт ярҙамы” проекты сиктәрендә мобиль бригадаларҙың 89 сәфәре тормошҡа ашырылған, унда төбәктең 312 компанияһы ҡатнашҡан. 30 компания 75 экспорт контракты төҙөй һәм экспорт географияһын киңәйтә.
Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың 2020 йылдың 21 июлендәге 474-се Указы менән билдәләнгән “Лайыҡлы һәм һөҙөмтәле хеҙмәт һәм уңышлы эшҡыуарлыҡ” милли маҡсаты сиктәрендә “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты тормошҡа ашырыла, уның маҡсаты-2030 йылға сеймал һәм энергетик булмаған тауарҙар экспортының 2020 йыл менән сағыштырғанда 70 проценттан кәм булмаған реаль үҫешен тәьмин итеү.
“Сәнәғәт экспорты”, “Агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлау” һәм “Халыҡ-ара кооперацияны һәм экспортты үҫтереүҙең системалы саралары” федераль проекттары сараларын тормошҡа ашырыу иҫәбенә маҡсатлы күрһәткескә өлгәшеү планлаштырыла.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: foreign.bashkortostan.ru