Милли проекттар
23 Июль 2023, 07:30

Республика юлдары яңыра

"Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проекты буйынса Өфө – Инйәр - Белорет автомобиль юлын ремонтлау дауам итә

Республика юлдары яңыраРеспублика юлдары яңыра
Республика юлдары яңыра

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты буйынса Ҡырмыҫҡалы юл ремонтлау-төҙөү идаралығы Өфө – Инйәр - Белорет автомобиль юлының Ҡырмыҫҡалы районында 40+300 һәм  42+300 километры участкаһында ремонтлау эштәрен дауам итә. Әлеге ваҡытта фрезерлау һәм асфальт-бетон япманың тигеҙләү ҡатламын ҡороу эштәре башҡарылған.

Стәрлетамаҡ юл ремонтлау-төҙөү идаралығы иһә “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә (национальный проект “Безопасные и качественные автомобильные дороги”) Талбазы-Красноусол автомобиль юлынның Ауырғазы районында 1+580 һәм 3+530 километрындағы участкаһында ремонтлауҙы тамамлаған.

Фото: башкиравтодор.рф

Республика юлдары яңыра
Республика юлдары яңыра
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас