Милли проекттар
28 Июль 2023, 04:30

Ярҙамға – йыуыу машинаһы

Ул һығылмалы эндоскоптарҙы ышаныслы һәм сифатлы эшкәртеү өсөн тәғәйенләнгән үҙенсәлекле функцияларға эйә.

Ярҙамға – йыуыу машинаһыЯрҙамға – йыуыу машинаһы
Ярҙамға – йыуыу машинаһы

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Раевка үҙәк район дауаханаһына һығылмалы эндоскоптар өсөн ике яңы автоматлаштырылған йыуыу-йоғошһоҙландырыу  репроцессоры алынды. Йыуыу машинаһы һығылмалы эндоскоптарҙы ышаныслы һәм сифатлы эшкәртеү өсөн тәғәйенләнгән үҙенсәлекле функцияларға эйә.

Яңы моделдең өҫтөнлөгө шунда: йыуыу машинаһында бер юлы бөтә билдәле етештереүсе фирмаларҙың   бер йәки  ике һығылмалы эндоскопына автоматик эшкәртеү үткәрергә мөмкин. Был персоналдың ваҡытын экономияларға ярҙам итәсәк. Һығылмалы эндоскоптарҙы киптереү һәм һаҡлау өсөн “Эндокаб” шкафы ҡуйылған. Заманса репроцессорҙарҙы ҡулланыу табиптарға аппараттарҙы сифатлыраҡ эшкәртергә булышасаҡ.

-Был үҙ йәһәтендә Әлшәй районы халҡы өсөн диагностика сифатын һиҙелерлек яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк, – тип билдәләне  дауахананың баш табибы Венер Иҙекәев.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.

”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас