Милли проекттар
30 Июль 2023, 06:30

Павловкаға - тигеҙ юл

Был йүнәлештә эш башланған да инде.

Павловкаға - тигеҙ юлПавловкаға - тигеҙ юл
Павловкаға - тигеҙ юл

Башҡортостанда Благовещен - Павловка араһында 13 километр тирәһе оҙонлоғонда юлды ремонтлау планлаштырыла. Был эштәр “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект "Безопасные качественные дороги") сиктәрендә башҡарыла, тип хәбәр итә төбәктең Транспорт һәм юл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Юл эшселәре асфальт һалыу эштәрен башлаған да инде.

- Благовещен - Павловка юлы – төбәктең мөһим транспорт артерияһы. Ул республикабыҙҙың иң ҙур яһалма һыу ятҡылығына – туристарҙы ныҡ йәлеп иткән Павловка һыу һаҡлағысына илтә. Был трассаны ремонтлау юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итәсәк, - ти Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов. Юлды ремонтлауҙы 2023 йылдың аҙағына тамамлау ниәтләнә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты Рәсәйҙең Транспорт министрлығы тарафынан әҙерләнгән. Ул ил Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

Фото: bash.news

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас