

"Мәҙәниәт" милли проектын һәм "Пушкин картаһы" проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Яңауыл районының "Милләт-ара мәҙәни-ял итеү үҙәге" муниципаль автономиялы мәҙәниәт учреждениеһының Орловка ауыл мәҙәниәт йортонда "Үҙемдең тыуған төйәгемде яратам" брейн-рингы үтте.
Сарала ҡатнашыусылар викторина һорауҙарына яуап биреп кенә ҡалманы, ә Башҡортостан биләмәһендә йәшәгән халыҡтарҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм йолаларын белде, милли кейемдәр, милли аш-һыу һәм ошо халыҡтарҙың музыкаһы менән танышты. Сараның иң йәш ҡатнашыусылары өсөн дәүләт символикаһын белеүгә айырым конкурс уҙҙы.
Һорауҙар еңел дә, шулай уҡ ҡатмарлы ла булды, әммә уйын бик күңелле үтте, ә балалар тыуған төйәгебеҙҙең тарихын һәм географияһын яҡшы белеүен күрһәтеп, лайыҡлы сығыш яһаны. Иң әүҙемдәре, әлбиттә, бүләктәр һәм татлы приздар менән наградланды. Тыуған яҡты өйрәнеү брейн-рингына йомғаҡ яһап, шуны билдәләп үтергә кәрәк: кемдең еңеү яулауы түгел, ә балалар өсөн аралашыу, командала эшләү һәм ыңғай хис-тойғолар алыу мөһим!
Билдәле булыуынса, "Мәҙәниәт" (национальный проект “Культура") милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: Яңауыл районы хакимиәте.