

Былтыр Талбазы үҙәк район дауаханаһы, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, нур диагностикаһы бүлексәһе өсөн яңы ҡорамал – “Ренекс В-5000” һанлы флюорография аппараты алды. Ошо көнгә ҡәҙәр яңы ҡорамалда 20 меңгә яҡын флюорография тикшереүҙәре үткәрелгән.
Һанлы аппарат күкрәк ситлеге ағзаларының һүрәттәрен алыу өсөн тәғәйенләнгән. Ул туберкулез, онкология һәм башҡа үпкә сирҙәрен иртә стадияла асыҡлай ала. Аҙ нурланыш ярҙамында сифатлы һәм тулыраҡ мәғлүмәтле һүрәт алырға мөмкин.
– Яңы аппараттың өҫтөнлөгө ҙур. Тикшереү сифаты күпкә юғары, был үҙ сиратында теүәл һәм ваҡытлы диагноз ҡуйырға ярҙам итә. Заманса ҡорамал табиптарҙың эшен еңеләйтте, – ти дауахананың баш табибы Роберт Иштуков.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.