

Ҡариҙел районында Хәрби-диңгеҙ флоты көнөндә бөтә быуын моряктарына һәм диңгеҙ пехотасыларына иҫтәлекле стела асыу тантанаһы үтте. Сара “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған “Прибрежный” паркында, “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә ойошторолған автоклуб оҙатыуында уҙҙы.
Паркта хәрби-диңгеҙ флотында хеҙмәт иткәндәр, уларҙың ғаиләләре һәм дуҫтары, муниципалитет хакимиәте вәкилдәре, “Хәрби туғанлыҡ” ағзалары, “Айдос” балалар-һауыҡтырыу лагеры тәрбиәләнеүселәре һәм урындағы халыҡ йыйылды.
Ҡатнашыусылар һәләк булғандарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды. Объектты төҙөүҙә әүҙем ҡатнашҡандарға рәхмәт хаттары тапшырылды, шулай уҡ теләгән һәр кем мемориалға сәскә һалды. Урындағы үҙешмәкәр артистарҙың музыкаль сығыштары сараны биҙәне.
Лагерҙа тәрбиәләнеүселәр үҙ ҡулдары менән аҡ ҡағыҙ караптар яһаны һәм уларҙы, ғәйепһеҙ һуғыш ҡорбандары иҫтәлегенә, Ҡариҙел йылғаһына ебәрҙе.
“Рәсәй диңгеҙҙәре һағында торғандарҙың һәм хәрби-диңгеҙ флотына ҡағылышы булған, караптарҙың хәрби әҙерлеген тәьмин итеү менән бәйле булғандарҙың барыһын да һөнәри байрам менән ҡотлайым”, – тине хакимиәт башлығы Айҙар Шәйҙуллин.
Билдәле булыуынса, "Торлаҡ һәм ҡала мөхите", "Мәҙәниәт" (национальные проекты “Жилье и городская среда”, "Культура") милли проекттары Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Ҡариҙел районы хакимиәте.