Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
3 Август 2023, 13:15

Утау - төп шарт

Йыл һайын питомникта дүрт миллион данаға яҡын урман барлыҡҡа килтергән төп тоҡомдар - ҡарағай, шыршы, ҡайын һәм йүкә ағастары үҫентеләре ултыртыла.

Утау - төп шарт
Утау - төп шарт

"Борай урманы" автономлы учреждениеһының урман питомнигы 56 гектарҙан ашыуыраҡ майҙанды биләй. Йыл һайын бында ҡарағай, шыршы, ҡайын һәм йүкә кеүек урман барлыҡҡа килтергән төп тоҡомдарҙың дүрт миллион данаға яҡын үҫентеһе сәселә.

Сәсеүлектәрҙең майҙаны 20 гектар тәшкил итә. Питомникта бер, ике, өс йәшлек үҫентеләр үҫә. Шуның 3,6 гектары – ябай ҡарағай, 2,5 гектары – шыршы, 0,5 гектары – ҡайын һәм 0,2 гектары – йүкә.

Әлеге ваҡытта хужалыҡтарҙың эшселәре тупраҡты рәт арала эшкәртеү, һыу һибеү, утау һәм яраҡлашҡан үҫентеләрҙе тәрбиәләү менән шөғөлләнә.

– Утауҙы йәй дауамында һәм көҙ башына тиклем башҡарырға кәрәк был – киләсәктә сифатлы ағас ултыртыу материалы алыу өсөн үҫентеләрҙең уңышлы үҫешенең төп шарттарының береһе булып тора, – тине “Борай урманы” учреждениеһы директоры Илдар Хәсәнов.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылған “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төбәктең урман питомниктарында һәм теплицаларында яҙғы һәм көҙгө осорҙа урмандарҙы тергеҙеү эштәрен башҡарыу өсөн ағас ултыртыу материалдарын үҫтерәләр. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йылда Башҡортостан урмансылары урмандарҙы тергеҙеү эштәрен 17,2 мең гектарҙан кәм булмаған майҙанда башҡарасаҡ.

 #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Урман хужалығы министрлығы.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: