

"Башнефть-Добыча" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте йәнә һыу ятҡылыҡтарына балыҡ селбәрәләре ебәреү эшенә тотондо. Быйыл Башҡортостан нефтселәре һыу биоресурстарын тулыландырыуҙы Павловка һыуһаҡлағысынан башланы. Июль аҙағында предприятие белгестәре Ҡариҙел районындағы һыу ятҡылығына 10 200 уҡбалыҡ ебәргән.
2020 йылда "Башнефть-Добыча" һыу биоресурстарын тулыландырыу күләмен бер нисә тапҡырға арттырҙы. Ошо ваҡыт эсендә предприятие белгестәре һыу ятҡылыҡтарына 14 тапҡыр балыҡ селбәрәләре ебәргән. Был эш Ағиҙел, Павловка, Воткинск, Түбәнге Кама һәм Куйбышев һыуһаҡлағыстарында башҡарылған.
Павловка һыуһаҡлағысындағы быйылғы эш – иҫәп буйынса өсөнсөһө. 2020 йылда нефтселәр Ҡариҙел ауылы янында Башҡортостандың иң ҙур һыуһаҡлағысына 26 меңдән ашыу Ҡыҙыл китап балығын ебәргән, 2021 йылда – 179 меңгә яҡын. 2020 йылдан алып предприятиеның тырышлығы менән ошо һыу ятҡылығында уҡбалыҡ популяцияһы 215 меңгәсә арттырылған.
Әлеге йүнәлештә алып барылған эштәр “Экология” милли проекты (национальный проект “Экология”) тарафынан билдәләнгән маҡсаттарҙы һәм бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға ла булышлыҡ итә. Белеүебеҙсә, милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ғәмәлгә индерелде.
Фото: ecology.bashkortostan.ru