

Башҡортостан 2019 йылдан алып эсәр һыу менән тәьмин итеүҙе яҡшыртыу маҡсатында ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән булдырылған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект "Жилье и городская среда") “Таҙа һыу” федераль проекты ярҙамында күләмле проекттарҙы тормошҡа ашыра. “Таҙа һыу” проектының маҡсатлы күрһәткесе – үҙәкләштерелгән һыу менән тәьмин итеү системаларынан сифатлы эсәр һыу менән тәьмин ителгән халыҡ өлөшөн арттырыу.
2019-2022 йылдар йомғаҡтары буйынса, был күрһәткес Башҡортостан өсөн билдәләнгән кимәлгә еткән һәм 88,9 процент тәшкил итә. Мәҫәлән, быйыл Хәйбулла районының Бүребай ауылында яңы һыу үткәргес һалыу дауам итә. 2022 йылдың майында подрядсы ойошма объектта төҙөлөш-монтажлау эштәрен башлаған. Әлеге ваҡытта 33 мең метрҙан ашыу һыу үткәргес селтәре төҙөлә, биш насос станцияһы, бер нисә техник ҡоролма төҙөлә, шулай уҡ эргә-тирәләге биләмә төҙөкләндерелә.
Бөгөнгә үткәргес торба объекттарын төҙөү 40 процентҡа башҡарылған. Таҙа һыуҙың тимер-бетон резервуарҙарын ҡороу буйынса эштәр дауам итә, һыу менән тәьмин итеү селтәрҙәре һалына. Документтарға ярашлы, ремонт эштәре 2023 йылдың аҙағында тамамлана.
Шуны билдәләп үтәйек: быйыл “Таҙа һыу” проекты сиктәрендә Башҡортостанда биш яңы һыу тәьминәте объектын файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла. Был республика халҡын үҙәк һыу менән тәьмин итеү системаһынан сифатлы эсәр һыу менән тәьмин итеүҙе 2022 йыл менән сағыштырғанда 0,7 процентҡа арттырырға мөмкинлек бирәсәк.
Фото: Хәйбулла районы хакимиәте.