

«Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проектында ҡатнашыу Башҡортостан предприятиеларына етештереү күләмен арттырырға мөмкинлек бирә, тип хәбәр итә республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
Мәҫәлән, «Агрохимия» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте былтыр декабрҙә «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проектына (нацпроект «Производительность труда») ҡушылған һәм уҙған ярты йылда предприятиеның эшсе төркөмө «Аурат» минераль реагентын фасовкалау процесын оптималләштереү буйынса һөҙөмтәле эш башҡарған.
Милли проект сиктәрендә компанияның эш төркөмө бер нисә тренингта ҡатнашҡан. Компания БР Төбәк компетенциялар үҙәге эксперттары ярҙамында пилот участкаһында эш һөҙөмтәһен 1,34 тоннанан 1,67 тоннаға тиклем еткерә алған.
- «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проекты сиктәрендә эксперттар республика предприятиеларында өҙлөкһөҙ камиллашыу мәҙәниәтен индерә, персоналды үҙгәрештәргә йәлеп итә, шулай уҡ уңышлы тәжрибәне таратыу өсөн эшсе команда әҙерләй, - тип билдәләне БР иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов. - Әгәр ҙә компанияғыҙға финанс сығымдарһыҙ ҙур апгрейд кәрәк икән, проектҡа ҡушылығыҙ, производительность.рф. платформаһында ғариза ҡалдырығыҙ.
«Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проекты ил Президенты Владимир Путиндың 2018 йылдағы май указына ярашлы әҙерләнгән. Ул илдә хеҙмәт етештереүсәнлеген өҙлөкһөҙ үҫтереү өсөн шарттар булдырыуға йүнәлтелгән.
Фото: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте