Милли проекттар
13 Август 2023, 06:10

Башҡорт аҡ майы донъя яулай

Быйыл Башҡортостан Республикаһынан Сербияға беренсе тапҡыр 19 тонна аҡ май ебәрелде

Башҡорт аҡ майы донъя яулайБашҡорт аҡ майы донъя яулай
Башҡорт аҡ майы донъя яулай

Экспортты, шул иҫәптән агросәнәғәт комплексы продукцияһын арттырыу «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проектының маҡсаты булып тора, тип хәбәр итә төбәк Ауыл хужалығы министрлығы.

Продукцияны Бәләбәй һөт комбинаты экспортлаған. Ветеринар һәм фитосанитар күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында билдәләүҙәренсә, предприятие “Цербер” мәғлүмәт системаһы экспортерҙары реестрында тора.

Аҡ май әҙерләнгән сеймал ветеринар-санитар экспертиза һәм лаборатория тикшеренеүҙәре үткән. Ул Сербия Республикаһының талаптарына тулыһынса тап килә. Шулай уҡ продукция оҙатыу алдынан тағы бер ҡат тикшерелгән.

"Халыҡ-Ара кооперация һәм экспорт" милли проекты яңы иҡтисади бәйләнештәр булдырыуға һәм Рәсәй тауарҙары экспортын үҫтереүгә йүнәлтелгән.

Билдәле булыуынса, "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

 

Фото: национальныепроекты.рф

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас