

Быйыл апрелдә башланған төҙөкләндереү эштәре “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Проекттың исеме юҡҡа ғына “Дүртөйлө. Башҡортостандың йылға ҡапҡалары” тип аталмаған. Ҡала тарихы Ағиҙел йылғаһы менән тығыҙ бәйле. 19 быуатта бында пристань булған. Ошонан Ағиҙел, аҙаҡ Кама, Волга йылғалары буйлап алыҫ ҡалаларға икмәк һәм башҡа тауарҙар оҙатҡандар.
Төҙөкләндереү комплекслы буласаҡ, ул Ағиҙел йылғаһының яр буйҙарына ғына ҡағылмаясаҡ, Матросов паркына, төп ҡала майҙанына, Мусин скверына, Чеверев ҡыҙыл гвардия отряды яугирҙәре һәйкәленә тиклем йәйәүлеләр маршруты ла яңы төҫ аласаҡ.
Скульптура ансамбле тирәләй ял итеү, велосипед өсөн юлдар ҡаралған.Тауышлы һәм әүҙем майҙансыҡтар алыҫтараҡ урын ала.
Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөнгә тротуар плитәләренең бер өлөшө һалынған, фронтҡа киткән һалдатҡа ҡуйылған һәйкәлде гранит менән йөҙләү буйынса эштәр башланған.
Төҙөкләндерелгәс, был урын урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ өсөн дә инвестиция майҙансығына әүерелер.
“Дүртөйлө. Башҡортостандың йылға ҡапҡалары” проекты уңайлы ҡала мөхитен булдырыу проекттарының Бөтә Рәсәй конкурсында “Халҡы 20-50 меңгә тиклемге бәләкәй ҡалалар” номинацияһында еңеү яуланы. Ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Фото: "Республика Башҡортостан" гәзите сайты.