Милли проекттар
16 Август 2023, 06:30

Төҙөк ихатала йәшәүе күңелле

Туймазы районында күп фатирлы йорт ихаталарын төҙөкләндереү буйынса әүҙем эш алып барыла. 

Төҙөк ихатала йәшәүе күңеллеТөҙөк ихатала йәшәүе күңелле
Төҙөк ихатала йәшәүе күңелле

Туймазы районында һуңғы биш йылда 43 заманса, матур, төҙөк һәм уңайлы ихата барлыҡҡа килде. Уларҙы төҙөкләндереү “Башҡортостан ихаталары” йорт яны биләмәләрен комплекслы төҙөкләндереү төбәк программаһы ярҙамында мөмкин булды.  Программа "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектының маҡсаттарына һәм бурыстарына тап килә.

Туймазы районында Туймазы ҡалаһы, Серафимовский, Түбәнге Троицк, Собханғол, Дуҫлыҡ һәм Ҡандра ауылдарындағы күп фатирлы йорттарҙың йорт ихаталары тәртипкә килтерелә. Төҙөкләндерелгән ихаталарҙа йәшәү күпкә уңайлыраҡ. Бында ял итеү һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн зоналар бар. Резина япмалы спорт һәм балалар майҙансығы, контейнер майҙансығы, туҡталҡа урындары, тышҡы яҡтыртыу, йәшелләндереү башҡарылды, эскәмйәләр һәм видеокүҙәтеү барлыҡҡа килде.

"Әгәр элек ике-дүрт күп ҡатлы йорт ихаталарында бәләкәй генә балалар майҙансыҡтары төҙөлһә, хәҙер ул – каруселдәр, бәүелсәктәр һәм спорт тренажерҙары булған комплекстар", - тип билдәләне Туймазы районы хакимиәте башлығы урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Игорь Рыбаков.

Ағымдағы йылда "Башҡортостан ихаталары" программаһы сиктәрендә Туймазы ҡалаһында Островский урамындағы 41-се, 43-сө, 45-се, 47-се, 8 Март урамындағы 13-сө, Аксаков урамындағы 1-се һәм 3-сө йорттар ихатаһын төҙөкләндерҙеләр.

Билдәле булыуынса, "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Туймазы районы хакимиәте.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас