

Башҡортостан Республикаһының һәм Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең тышҡы сауҙа әйләнеше йылдың биш айы эсендә, уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, 10 тапҡырға артҡан.
Ошо арала Башҡортостан Республикаһының Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева менән Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Мөхәммәт Әхмәт Солтан Есса Альджабер ҡатнашлығында эшлекле осрашыу булып уҙҙы. Был осрашыуҙа "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проектын (национальный проект "Международная кооперация и экспорт") тормошҡа ашырыу маҡсат итеп ҡуйылғайны.
– Беҙ Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре вәкилдәре менән ярайһы уҡ һөҙөмтәле һөйләшеүҙәр үткәрҙек, туризм өлкәһендә инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу йәһәтенән бәйләнеш нөктәләрен, шулай уҡ машиналар эшләү һәм нефть химияһы сәнәғәте өлкәһендә хеҙмәттәшлектең киләсәген тикшерҙек. Тағы партнерҙарыбыҙ башҡорт балын туранан-тура әмирлектәргә ебәрергә теләк белдерҙе, шуға күрә был мәсьәләне төптән өйрәнәсәкбеҙ, - тине министр.
Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең Рәсәйҙәге Илселек вәкилдәре "Башҡорт аты" халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестивалендә ҡатнашҡайны, хәҙер инде сентябрь айында Әмирлектәрҙең Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһенең Башҡортостанға сәфәре планлаштырыла. Был сәфәр сиктәрендә үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлектең артабанғы үҫеше тикшереләсәк. Шундай йүнәлештәрҙең береһе булып Евразия фәнни-белем биреү кампусы базаһында Ғәрәп мәҙәниәтенең үҙәген булдырыу тора.
Фото: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.