Милли проекттар
17 Августа 2023, 08:45

Ҙур еңеүҙәр бәләкәй залда башлана

Октябрьский ҡалаһының Спорт һарайында уҡыу-күнекмә йыйыны үтә.

Ҙур еңеүҙәр бәләкәй залда башланаҘур еңеүҙәр бәләкәй залда башлана
Ҙур еңеүҙәр бәләкәй залда башлана

Октябрьский ҡалаһының Спорт һарайында спорт көрәше буйынса Рәсәй беренселегенә әҙерлек өсөн уҡыу-күнекмә йыйыны бара. Унда республиканың ҡала һәм райондарынан 50 спортсы ҡатнаша.

“Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проекты сиктәрендә Спорт һарайы өсөн көрәш келәмдәре, күнекмәләр һәм спорт саралары үткәреү өсөн спорт ҡорамалдары һатып алынды. 1-се олимпия резервы спорт мәктәбенең спорт көрәше бүлеге тренерҙары һәм спортсылары яңы ҡорамалдарға шат.

– Беҙҙең егет, Октябрьский ҡалаһының 1-се олимпия резервындағы спорт мәктәбенең спорт көрәше бүлеге тәрбиәләнеүсеһе Илья Кандалин да күнекмәләрен ошо залда башлаған ине! Ул – 17 йәшкә тиклемге егеттәр араһында грек-рим көрәше буйынса 51 килограмлыҡ ауырлыҡ үлсәмендә Европа чемпионы, шулай уҡ яңыраҡ ҡына 16 йәшлек Илья Истамбул ҡалаһында (Төркиә) уҙған спорт көрәше буйынса донъя беренселегендә еңеүсе булды, – тип һөйләй ҡала хакимиәтенең спорт һәм физик культура буйынса комитеты рәйесе Илдар Рамаҙанов.

Билдәле булыуынса, "Демография" (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Октябрьский ҡалаһы хакимиәте.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас