Милли проекттар
19 Август 2023, 06:25

Ғаилә менән ял итеү өсөн үҙәк

Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙа ғаиләләр ял итеү өсөн паркты төҙөкләндереү бара. 

Ғаилә менән ял итеү өсөн үҙәкҒаилә менән ял итеү өсөн үҙәк
Ғаилә менән ял итеү өсөн үҙәк

Был эш ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) буйынса башҡарыла.

Төҙөлөштөң подрялсыһы – “РефСтройПроект” йәмғиәте.  Әле объектта ер япмаһының 70 проценты түшәлгән. Артабан ҡоймалар урынлаштырыласаҡ. Бында шулай уҡ яҡтыртҡыстар, эскәмйәләр һәм сүп һауыттары ла ҡуйылсаҡ. Проект 9,5 миллион һумға финансланған.

Киләһе йылда Асҡарҙа йылға ярҙарын төҙөкләндереү башланасаҡ.

Фото: “Башинформ”.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас