

Республика баҫыуҙарында эш гөрләй. Ауыл хужалығындағы иң мөһимдәр рәтендәге кампания ваҡытында ауыр эштән ял итеп, көс туплап алыу ҙа зарур. Шуға ла иген игеүселәргә рәхмәт йөҙөнән Саҡмағош районының һәүәҫкәр артистары уларҙы концерт менән ҡыуандырған, тип хәбәр итә республика Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Уттай ҡыҙыу эш барғанда һәр минут ҡәҙерле, шуға ла йыр-моң баҫыу эшсәндәренең төшкө ашы ваҡытында яңғыраған. Ҡыҫҡа ғына мәл булһа ла, күңелле йырҙар хеҙмәт кешеһенең кәйефен күтәрергә, арыуын таратырға ярҙам иткән.
Бар сығышта ла ауыл хеҙмәтсәндәренә ихлас рәхмәт һүҙҙәре яңғыраған. Игенселәр иһә яратҡан йырҙарын ишетеп, күптән онотолғандарын хәтергә төшөрөп, бик ҡәнәғәт ҡалған. “Эш бәрәкәтле барһын өсөн яҡшы кәйеф тә кәрәк. Агитбригадаларҙың сығышы эшсәндәргә көнө буйына етерлек дәрт өҫтәй”, – ти Саҡмағош районының мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Р. Вәлиева.
Әйтергә кәрәк, бындай мәҙәни саралар “Мәҙәниәт” милли проектының (национальный проект “Культура”) “Мәҙәни мөхит” федераль проекты маҡсаттарын үтәргә лә ярҙам итә. Ул да, башҡа милли проекттар кеүек үк, дәүләт етәксеһе В.В. Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килде һәм тормошҡа ашырыла.
Сығанаҡ: culture.bashkortostan.ru