Милли проекттар
23 Август 2023, 06:30

Ғүмерҙе һауала уҡ ҡотҡаралар

Йыл башынан алып санитар авиация 81 рейс башҡарған.

Ғүмерҙе һауала уҡ ҡотҡараларҒүмерҙе һауала уҡ ҡотҡаралар
Ғүмерҙе һауала уҡ ҡотҡаралар

Санитар авиация осоштарын “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Беренсел табип-санитар ярҙамын күрһәтеү системаһын үҫтереү” проекты ярҙамында ғәмәлгә ашырырға мөмкин булды. 2020 йылда Башҡортостанда “Санитар авиацияны үҫтереү” программаһы ҡабул ителде, уның маҡсаты – алыҫ райондарҙа йәшәгән транспорт мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә ашығыс ярҙам күрһәтеү.

Санитар авиация тейешле медицина учреждениелары булмаған һәм медицина ярҙамын күрһәтә алмаған тораҡ пункттарҙа зыян күргән ауырыуҙарҙы тиҙ арала килтереүҙе тәьмин итеү өсөн булдырылған. Пациент Өфө аэропортына, ә һуңынан ҡала дауаханаларының береһенә ашығыс ярҙам машинаһында килтерелә. Һуңғы ваҡытта урында ярҙам күрһәтеү өсөн табиптар йәки ҡорамалдар килтереү эше киң ҡолас ала.

– Программа ыңғай үҫеш динамикаһын алды, һәм бөгөнгә 548 рейс башҡарылды. Медицина хеҙмәткәрҙәре йыш ҡына иҫәпле минуттарға бәйле хәл-ваҡиғалар менән осраша. Мәҫәлән, 12 йәшлек пациентты үпкәне яһалма елләтеү аппаратында Өфөгә санитар авиация алып килгәндә, ашығыс медицина ярҙамы һауала уҡ күрһәтелгән. Был юғары кимәлдәге профессионализмды күрһәтә, шулай уҡ киҫкен хәлдә булғандарға сифатлы һәм тиҙ медицина ярҙамы күрһәтеүҙә санитар авиацияның мөһимлеген билдәләй, - тип хәбәр итте Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының санитар авиация буйынса баш штаттан тыш белгесе Феликс Сакаев.

Билдәле булыуынса, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты (национальный проект “Здравоохранение”) ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән булдырылды.

Фото: "Республика Башкортостан". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас