Милли проекттар
25 Август 2023, 07:30

Танымай ҙа торорлоҡ буласаҡ

Сибайҙа “Хеҙмәт” стадионы янындағы биләмә төҙөкләндерелә.

Танымай ҙа торорлоҡ буласаҡТанымай ҙа торорлоҡ буласаҡ
Танымай ҙа торорлоҡ буласаҡ

“Хеҙмәт” стадионы биләмәһен төҙөкләндереү мәсьәләһе Сибайҙа йәшәүселәрҙе бер нисә йыл дауамында борсой. Ҡарар "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты ярҙамында булдырылды.

 Быйыл яҙ подрядсы ойошма менән “Хеҙмәт” стадионы эргәһендәге биләмәне комплекслы төҙөкләндереү буйынса муниципаль килешеү төҙөлдө. Ҙур майҙанды тәртипкә килтерергә кәрәк булғанлыҡтан, эштәр этаплап алып барыласаҡ.

Быйыл концерт-театр берләшмәһе (филармония) янындағы биләмәгә иғтибар бүленде. Исемлеккә әҙерлек һәм демонтаж эштәре, инженер-техник системалар селтәрҙәрен төҙөү, яҡтыртыу бағаналарын һәм бәләкәй архитектура формаларын ҡуйыу, ҡаплама элементтарын һәм финиш япмаларын ҡороу, биләмәне йәшелләндереү ингән.

Шулай уҡ быйыл йәйәүлеләр өсөн юлдар һалынасаҡ, урамдар яҡтыртыласаҡ, ял итеү өсөн урындар йыһазландырыласаҡ. Бынан тыш, эленеп торған фонарҙарҙа архитектура яҡтыртҡыстары ҡаралған. Төҙөкләндереү эштәренә бөтәһе 18 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән.

Билдәле булыуынса, "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Сибай ҡалаһы хакимиәте.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас