Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
30 Август 2023, 08:30

Эшҡыуар әсәләргә ярҙам

 Башҡортостанда “Эшҡыуар әсә” бушлай өйрәтеү программаһы үткәреләсәк.

Эшҡыуар әсәләргә ярҙам
Эшҡыуар әсәләргә ярҙам

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проект «Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы») ярашлы,  Башҡортостанда “Эшҡыуар әсә” түләүһеҙ өйрәтеү программаһы үткәреләсәк.

Был программа быйыл 2 октябрҙән 6 октябргә саҡлы уҙғарыла. Ул балалар тәрбиәләгән әсәләргә үҙ эшен асырға һәм артабан үҫтерергә ярҙам итеү маҡсатында ойошторола. Уҡыу тренинг-интенсив форматында һәм эшлекле мөхиткә инеү юлы менән үткәрелә. Эшҡыуарлыҡ тәжрибәһе булыуы мөһим түгел.

Программала ҡатнашыусылар үҙ проектының бизнес-планын әҙерләй. Иң яҡшы проекттар авторҙары уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн 100 мең һум аласаҡ, ә федераль этапта еңгәндәргә бер миллион һум бирелә.

Программала ҡатнашыу өсөн быйылғы 22 сентябргә саҡлы  мамапредприниматель.рф.  сайтында ғариза бирергә кәрәк.

Фото: “Башинформ”.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: